Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2019, 11:10

Милли проект: һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектына ярашлы, һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре буйынса сираттағы белем биреү тренингы үтте

Республикала был милли проектты үтәү буйынса ҡуйылған бурыстарҙы үтәүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, 2024 йылға тиклем сеймал булмаған тармаҡтарҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген утыҙ процентҡа арттырыу планы ҡуйылды. Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығында белдереүҙәренсә, был проектҡа федераль үҙәктән 112,5 миллион һум бүленәсәк. Унда ҡатнашасаҡ 196 предприятиеның 50-һе быйылдан эш башланы.
Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙең маҡсаты – кешеләрҙе кәрәкмәгән эштәрҙән азат итеү. Берәү ҙә эшселәрҙе ҡыҫҡартырға йыйынмай. Киреһенсә, предприятиелар үҫеш аласаҡ”, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең сығышында.
Һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре буйынса үткән сираттағы тренингта республиканың хеҙмәт етештереүе тармағындағы төбәк компетенциялар үҙәге белгестәре милли проектта ҡатнашҡан “Лайнер” предприятиеһы эш төркөмө менән осрашты. Улар милли проекттың маҡсаттары, бурыстары, төп этаптары, тормошҡа ашырылыу ваҡыты тураһында һөйләне, “Һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре” тигән темаға тренинг уҙғарҙы, предприятие хеҙмәткәрҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
“Лайнер”ҙа был дәрестә өйрәнгән төп алымдарҙы тиҙҙән ҡуллана башлаясаҡтар. Етештереү системаһын заманса үҙгәртеү предприятиеға иҡтисад баҙарында конкурентлыҡты арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Читайте нас: