Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Август 2019, 13:06

Рәсәйҙә «Беренсе сентябрь капиталы» программаһын ғәмәлгә индереүҙәре ихтимал

Рәсәйҙә «Беренсе сентябрь капиталы» программаһын ғәмәлгә индерергә тәҡдим итәләр

Рәсәйҙә балалы ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн «Беренсе сентябрь капиталы» программаһын ғәмәлгә индерергә тәҡдим итәләр.
Был тәҡдим менән Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса комитеты башлығы урынбаҫары Борис Чернышов сығыш яһаған.
Һәр ғаиләнең дә, айырыуса төбәктәрҙә, балаһын мәктәпкә әҙерләү мөмкинлеге сикле, тигән фекерҙә ул. Ата-әсә, башҡа сығымды кәметеп, уҡыу кәрәк-яраҡтарын һатып алыу өсөн күберәк аҡса бүлергә мәжбүр.
Шуға күрә Чернышов «Беренсе сентябрь капиталы» программаһын ғәмәлгә индерергә тәҡдим итә. Уның сиктәрендә ата-әсәләргә мәктәп сығымдарын ҡаплау өсөн өҫтәмә аҡса бүленергә тейеш. Депутат вице-премьер Татьяна Голиковаға тейешле мөрәжәғәт ебәргән.
Финанс ярҙамының аныҡ суммаһы әйтелмәй.
«Башинформ» агентлығы белдереүенсә, Өфөлә ата-әсәләр бер баланы яңы уҡыу йылына әҙерләү өсөн уртаса 8,4 мең һум тотонған. Был — тикшереү үткәрелгән ҡалалар араһында дүртенсе урын. Ҡиммәтселек буйынса тәүге өс урында Красноярск һәм Новосибирск (9 мең һум), Мәскәү (8700), Ҡазан (8500) килә.
Читайте нас: