Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Август 2019, 10:12

Милли проект: төпкөлгә сканер барып етерме?

Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ингән һигеҙ федераль проект тормошҡа ашырыла. Шуларҙың береһе - “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк программаһы.

Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ингән һигеҙ федераль проект тормошҡа ашырыла. Шуларҙың береһе - “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк программаһы. Шуға ярашлы, Өфөнөң 13-сө дауаханаһы ике өр-яңы портатив ультратауыш аппараты алды.
Универсаль сканер сирле кешене урынынан ҡуҙғатмайынса ультратауыш тикшереүе үткәреү мөмкинлеген бирә, тип белдерә белгестәр. Аппарат ярҙамында эске ағзаларҙы ҡарарға, эхокардиография яһарға, ҡан тамырҙарын сканерларға була.
Яңы технология ауыр хәлле пациенттарҙы ентекле тикшерергә ярҙам итә. Сканерҙы төпкөл ауылдарҙа, табиптарҙың күсмә эшендә лә ҡулланырға мөмкин.
Читайте нас: