Документ ун баҫҡыстан тора: “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы”, “Балалары булған ғаиләләргә ярҙам”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “ Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш һөнәрмәндәр”, “Һөр кемдең яңы мөмкинлектәре”, “Социаль әүҙемлек”, “ Мәғариф эксперты” һәм “Һәр кем өсөн социаль лифт” бүлектәре.
Ғөмүмән, улар нигеҙендә мәктәптәрҙең матди-техник базаһын яңыртыу, ауылда яңы мәктәптәр төҙөү, өсөнсө сменаны тулыһынса бөтөрөү һәм башҡа уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу күҙ уңында тотола. Иғтибарға лайыҡ тағы маҡсат: Рәсәйҙең бөтә субъекттарында ла Сочи ҡалаһындағы “Сириус”ҡа оҡшаш балаларҙың һәләтен асыҡлау һәм үҫтереү белем үҙәге асыу.