Һәр бала дәүләт бүлгән аҡсаға өҫтәмә рәүештә уҡый аласаҡ.
Был турала уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдерҙе.
Сертификаттың уртаса суммаһы - 8 800 һум тәшкил итә. Аҡсаны башҡа маҡсатҡа йүнәлтеү мөмкин түгел, ҡулаҡсаға әйләндереп тә булмай. Балаларҙың шөғөл һайлауҙа мөмкинлеге сикләнмәгән. Улар дәүләт, муниципаль һәм шәхси учреждениеларҙа өҫтәмә белем аласаҡ.
Проект 36 муниципаль берәмектә тормошҡа ашырыласаҡ. Спорт йүнәлеше 133 ойошма нигеҙендә ойошторола.
1 сентябрҙән 16 мәктәптә Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә "Башҡортостан мәктәптәренә спорт көрәше” тигән проект эш башлай. Ә инде 2020 йылға уларҙың һаны артасаҡ.