Рух
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Август 2019, 15:57

Йәш уҡытыусыларға - 600 мең һум

Башҡортостанда ауыл уҡытыусыларының 600 мең һум алыу мөмкинлеге бар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға 600 мең һум күләмендә гранттар булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. 1 июлдән башлап йәш педагогик кадрҙарға йыл һайын 100 грант тапшырыласаҡ.
Матди ярҙамға дәғүә иткән йәш уҡытыусының йәше 35- кә тиклем, кәмендә ике йыл стажға эйә булырға, ул белем биргән ауылда халыҡ һаны 10 меңдән артмаҫҡа тейеш тейеш.
Указ менән гранттар биреү буйынса республика комиссияһы төҙөлгән, уның составы һәм гранттар тураһында положение раҫланған. Башҡортостан Хөкүмәтенә гранттар түләү тәртибен билдәләү бурысы йөкмәтелгән.
Гранттарға дәғүә итеүселәр конкурсында ике йылдан ашыу ауыл ерендәге (халҡы 10 меңдән артмаған) белем биреү ойошмаларында эшләгән 35 йәшкәсә уҡытыусылар ҡатнашырға хоҡуҡлы. Уларҙы дөйөм белем биреү ойошмалары һәм мәғариф идаралыҡтары тәҡдим итә. Документтарҙы тапшырыу ваҡыты — йыл һайын 1 авгусҡа тиклем.
Читайте нас: