Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Август 2019, 11:13

Социаль ойошмаларҙы интернетҡа тоташтырыу арзанғараҡ башҡарыла

Социаль ойошмаларҙы интернетҡа тоташтырыу арзанғараҡ башҡарыла

Башҡортостанда “Һанлы иҡтисад” милли проекты буйынса мәктәп, дауахана, полиция һәм янғын һүндереү бүлексәләре, һайлау комиссиялары юғары тиҙлекле интернет менән файҙалана аласаҡ. Бының өсөн 2 миллиард ярым һум аҡса бүленгәйне.
.
Асыҡ конкурс үткәргәс, контракт хаҡы 32 процентҡа(2,5 миллиард һумдан 1,7 миллиардҡа тиклем) кәмегән.
Хәбәр ителеүенсә, 2021 йыл аҙағына тиклем 2700 социаль объект интернет селтәренә тоташтырыласаҡ. Рәсәй Федерацияһы элемтә комитеты министрлығы аукционға йомғаҡ яһаны. Аукционда “Башинформсвязь” ойошмаһы еңеп сыҡҡан.
“Ошо программа ярҙамында юғары тиҙлекле интернет менән төпкөлдә урынлашҡан ауылдар ҙа файҙалана аласаҡ. Был проект мәктәптәрҙең, фельдшер-акушер пункттарының, полиция бүлектәренең, янғын һүндереү частарының, һайлау комиссияларының һ.б. объекттарҙың эшенә еңеллек бирәсәк".
Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 12 милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн республикаға 170,6 млрд. Һум бүленәсәк.
Читайте нас: