Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Июль 2019, 11:07

Милли китапханала 2024 йылға тиклем 600 китап ҡомартҡыһы һанлы форматҡа күсереләсәк

Милли китапханала 2024 йылға тиклем 600 китап ҡомартҡыһы һанлы форматҡа күсереләсәк

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала 2024 йылға тиклем “Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 600 китап ҡомартҡыһы һанлы форматҡа күсереләсәк.
Йыл һайын 100 дана электрон формаға әйләндерелеп, улар Милли электрон китапханаға ҡуйыласаҡ. Мәҫәлән, быйыл уҡ уның сайтындағы “Китап ҡомартҡылары” бүлегендә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса 100 электрон китап ҡуйыласаҡ. Улар XX быуат башында донъя күргән. Шулай уҡ 50 китап дәүләт күрһәтмәһен үтәү сиктәрендә һанлы форматҡа күсереләсәк. Улар иҫәбендә – Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич, Дауыт Юлтый һәм башҡа билдәле яҙыусыларҙың тәүге донъя күргән әҫәрҙәре, Башҡортостан халыҡтарының теле, мәҙәниәте, көнкүреше үҫешен сағылдырған әҙәбиәт.
Китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлегендә 20 меңгә яҡын уникаль баҫма һаҡлана, улар ғалимдарҙа һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, уларҙың күбеһе ғәрәп йәки латин графикаһында баҫылған.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты өс бүлектән тора: “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр”, “Һанлы мәҙәниәт”. Эште тормошҡа ашырыу өсөн 2019 – 2024 йылдарҙа 113,5 миллиард һум бүлеү планлаштырылған. Шуның күп өлөшө – 84 миллиард һумы “Мәҙәни мөхит” проектына тотоноласаҡ.
Читайте нас: