Рух
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль 2019, 18:06

Совет ултырышы - башкорт телендә

Бөгөн Ауырғазы район хакимиәтенең ҙур залында район Советының егерме алтынсы ултырышы үтте. Шуныһы әһәмиәтле: ул беренсе тапҡыр башҡорт телендә алып барылды.

Бөгөн Ауырғазы район хакимиәтенең ҙур залында район Советының егерме алтынсы ултырышы үтте. Шуныһы әһәмиәтле: ул беренсе тапҡыр башҡорт телендә алып барылды.
Муниципаль район советының 4-се саҡырылыш ултырышы эшендә, депутаттарҙан тыш, район Советы рәйесе М.Ш. Хоҙайбирҙин, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ойошмалар етәкселәре ҡатнашты. Сараны район советы рәйесе Миннулла Шәйхелислам улы саф башҡорт телендә матур итеп алып барҙы.Көн тәртибендә - Рәсәй Федерацияһы эске эштәр министрлығының Ауырғазы районы бүлегенең беренсе ярты йыллыҡҡа йомғаҡтары буйынса отчет һәм Михайловка, Төрөмбәт ауыл Советтары хакимиәте башлыҡтарының ауыл биләмәләрендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм көнкүреш енәйәттәрҙе профилактикалау буйынса эшмәкәрлеге тураһында сығыштары.
Беренсе һорау буйынса һүҙ полиция подполковнигы К.В.Павленкоға бирелде. Ул райондағы енәйәтселек, хоҡуҡ боҙоуҙар менән таныштырып үтте. Артабан Михайловка ауыл Советы хакимиәте башлығы Н.З.Ҡоҙашев менән Төрөмбәт ауыл Советы хакимиәте башлығы А.Т.Мөхәмәтшин үҙ биләмәләренә ҡараған ауылдарҙағы хәл-торош тураһында мәғлүмәт бирҙе. Был ике ауыл Советына күберәк башҡорт ауылдары ҡарай.
Беренсе тапҡыр республиканың аҫаба милләте телендә үткән район Советы ултырышы уңышлы булды, тиһәк тә хата булмаҫ. Ауырғазыла күп милләтле халыҡ йәшәүен иҫәпкә алғанда, барыһы ла ике дәүләт телен дә яҡшы белә тип әйтеп булмай. Шулай ҙа башланғыс бар.
Ултырыштан һуң бер нисә ҡатнашыусының фекерен һораштыҡ.
Район Советы рәйесе Миңнулла Шәйхелислам улы Хоҙайбирҙин: “Бөгөнгө сараны башҡорт телендә алып барыуыбыҙға ыңғай ҡараштамын. Был практикаға инергә тейеш. Районыбыҙҙа күп милләтле халыҡтар йәшәй. Беренсенән, уларҙың барыһының да теленә, ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам менән ҡарайым. Икенсенән, башҡорт теле дәүләт теле булғас, беҙ уны белергә тейешбеҙ. Ғөмүмән, күп тел белеү кешенең интеллектын үҫтерә, фекерләү ҡеүәһен арттыра, төрлө халыҡтарҙың тормошона, йола-ғәҙәттәренә толерант булырға өйрәтә. Туған телде үҫтереү, пропагандалау йүнәлешендә мөһим сара.
Киләсәк өсөн дә әһәмиәтле. Йәштәр телдең нескәлектәрен, уның моңлолоғон белеп, өйрәнеп үҫергә тейеш. Үҙебеҙ өсөн дә кәрәк. Беренсе тәжрибәбеҙ. Китаптар һатып алдым, телде ныҡлап өйрәнергә теләйем”.
Михайловка ауыл Советы хакимиәте башлығы Нил Закир улы Ҡоҙашев: “Төп ҡыйынлыҡ – ваҡыт табыу булды. Шулай уҡ башҡортса сығыштар буйынса практика әҙлеге. Район ултырыштарында русса аралашыуға, документ, протоколдарҙы ла русса алып барырға күнеккәнбеҙ. Ҡайһы бер етәкселәр телде белмәй. Уларҙың һинең сығышыңды аңламауын белеп тороуы ситенерәк, әлбиттә”.
Эйе, бындай ҡыйынлыҡ бар. Бәлки, телде белмәүселәр өсөн синхрон тәржемә булдырыу вариантын күҙ уңында тоторғалыр?!
Читайте нас: