Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2019, 11:51

Башҡортостанда “Фән” милли проекты сиктәрендә һанлы технологиялар һәм нефть-газ тармағында яңы материалдар етештереү буйынса донъя кимәлендә фән-мәғариф үҙәге булдырыласаҡ

Башҡортостанда “Фән” милли проекты сиктәрендә һанлы технологиялар һәм нефть-газ тармағында яңы материалдар етештереү буйынса донъя кимәлендә фән-мәғариф үҙәге булдырыласаҡ

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың 13 февралендә 207р һанлы "Рәсәй Федерацияһын үҫтереү стратегияһын раҫлау тураһында!ғы Рәсәй Хөкүмәте бойороғо менән тағы ла егерме ҡала араһында Өфө донъя кимәлендәге үҙәк формалаштырыу шарттары булған иҡтисади үҫеш өсөн перспективалы ҡала тип билдәләнелә. Фән-мәғариф үҙәге - “Фән һәм фән-производство кооперацияһын үҫтереү” 1-се һанлы Федераль проектының бер өлөшө. Рәсәйҙә шундай ун бишләп үҙәк булдырыласаҡ. Башҡортостан 2020 йылда проекттың икенсе сиратына инеүгә дәғүә итә.
17 июлдә Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Углевод сеймалын табыу, транспортлау һәм тәрән эшкәртеү һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн һанлы технологиялар һәм яңы материалдар” Фән-мәғариф үҙәген булдырыу тураһында бойороғона ҡул ҡуйҙы. Үҙәк республиканың әйҙәүсе фәнни һәм юғары уҡыу йорттарын берләштерәсәк. Проектты тормошҡа ашырасаҡ эш төркөмөнөң етәксеһе итеп Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова тәғәйенләнде.
Фән-мәғариф үҙәген булдырыуҙың маҡсаты – углеводород сығанағын табыу, транспортлау һәм тәрән эшкәртеү һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән һанлы аҡыллы етештереү технологияларын, роботлаштырылған системаларҙы эшләп сығарыу, яңы материалдар алыу.Башҡортостан Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығына грант алыуға ғариза бирәсәк. “Фән һәм фән-производство кооперацияһын үҫтереү” федераль проектын тормошҡа ашырыуға федераль бюджетта 2019 йылға - 5,022 млрд. һум һәм 2020-2021 йылдарға - 11,429 млрд, 7,115 млрд һум аҡса ҡаралған. Әле эш төркөмө 2020 йылға ғариза биреү өсөн документтар әерләү менән мәшғүл.
– Фән-мәғариф үҙген беҙ территорияларҙы үҫтереү механизмы тип ҡарайбыҙ, - тип билдәләне Ленара Иванова. – ошо йүнәлештәге эшмәкәрлек төбәккә инвестицияларҙы йәлеп итәсәк, яңы эш урындары булдырыуға, тормош кимәлен яҡшыртыуға килтерәсәк, тип иҫәпләйбеҙ.
Читайте нас: