Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июль 2019, 11:11

Тәрбиәселәр “Өлкән быуын” төбәк проекты сиктәрендә һөнәри белем алды

Тәрбиәселәр “Өлкән быуын” төбәк проекты сиктәрендә һөнәри белем алды

“Демография” милли проектының “Өлкән быуын” төбәк проекты сиктәрендә белемдәрен арттырған “Тәрбиәсе. Тәрбиәләү өлкәһендә белгес” ҡайтанан һөнәри әҙерләү курстары тыңлаусылары уҡыуҙарын тамамланы. Аудиторияла “Изге ҡулдар” тәрбиәселәр һәм өлкәндәрҙе ҡараусылар хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре булды. Егерме йылға яҡын элек Наталья Родионова етәкселегендә асылған агентлыҡтың исеме күптәргә таныш. Кемгә ярҙам, хәстәрлелек, иғтибар кәрәк – уның хеҙмәткәрҙәре шулар эргәһендә.
Эш менән мәшғүл атай-әсәйҙәрҙең алмаштырғыһыҙ ярҙамсылары баланы рухи, интеллектуаль һәм физик яҡтан үҫтереү заманса методикаларына, ғаиләнең функциялауы үҙенсәлектәренә, үҙеңдең хоҡуҡтарыңды һәм бурыстарыңды белеп, аралаша белеү серҙәренә өйрәнде, шулай уҡ төрлө йәштәге балаларҙы ҡарау буйынса белемдәрен нығытты. Халыҡ-ара исемдәре булған бизнес-тренерҙар Илдар Килмәтовтың һәм Ғабдулла Хәмитовтың, ғаилә психологтары Сергей Жадановтың һәм Евгения Лялинаның, тренер-игропрактик Флүрә Тереғолованың һәм башҡаларҙың лекциялары һәм тренингтары файҙалы булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика предприятиелары һәм ойошмаларының пенсия алды йәшендәге хеҙмәткәрҙәрен ҡайтанан уҡытыуға йүнәлтелгән программа алты йылға иҫәпләнгән. Йыл һайын “Демография” милли проекты сиктәрендә республиканың мең ярымға яҡын гражданын уҡытыу планлаштырыла.
Читайте нас: