2024 йылға башҡортостанда халыҡтың уртаса ғүмер оҙонлоғо 78 йәштән уҙасаҡ.
Был турала «Россия-24. Башкортостан» каналында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Максим Забелин хәбәр итте. Уның һүҙҙәре буйынса, был төбәктәге "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының төп маҡсаты.
Алдағы алты йылда республика ошо маҡсатта 16,5 млрд һум тотонасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2000 йылдар башында Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙонлоғо 65 йәштән үтмәй ине.
Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин менән халыҡты сәләмәтләндереү буйынса башҡарылған эштәр тураһында интервью «Россия-24. Башкортостан» каналында күрһәтелде.