Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2019, 02:00

Телен хөрмәт иткән депутат

Парламентта – беренсе башҡорт телендәге сығыш“Башҡорт” төркөмө хәбәр итеүенсә, Башҡортостан парламентында беренсе мәртәбә башҡорт телендәге сығыш яңғыраны. Ниһайәт! Быны йәмәғәтселек күптән көтә ине. .

Парламентта – беренсе башҡорт телендәге сығыш
“Башҡорт” төркөмө хәбәр итеүенсә, Башҡортостан парламентында беренсе мәртәбә башҡорт телендәге сығыш яңғыраны. Ниһайәт! Быны йәмәғәтселек күптән көтә ине. .
________________________________________________
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай парламентында докладсы башҡорт телендә сығыш яһаны. Был, әлбиттә, шулай булырға тейеш тә кеүек. Ләкин быға тиклем бер кем дә баҙнат итмәнеме, теләге булманымы ...
“Бөгөн беҙҙә тарихи көн! – тип белдергән Константин Толкачев – Беренсе мәртәбә башҡорт телендә сығыш булды!”
Бөгөн, 9 апрелдә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров үткән йыл өсөн Хөкүмәт эше тураһында отчет яһаны. Уның сығышына яуап итеп, депутат Әлфәрис Байсурин башҡорт телендә һөйләне. Башҡаларға ул синхрон аудиотәржемә ҡулланырға тәҡдим итте.
Афарин! Өлгә булырмы башҡаларға?!
Читайте нас: