Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2019, 02:00

Мәскәү һылыуҡайы - 2019

Өфө ҡыҙы Әҙилә Әлибаева "Мәскәү һылыуҡайы —2019" гүзәллек бәйгеһендә 3 - сө урын яуланы!

Илебеҙҙең баш ҡалаһында 10 ҡыҙ «Мәскәү һылыуҡайы — 2019» исеме өсөн көрәште. Асыҡ кастингта Башҡортостандан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 18-25 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнашты.
«Мәскәү һылыуҡайы — 2019» конкурсы Рәсәйҙең баш ҡалаһында алтынсы тапҡыр уҙғарыла.
Сараны ойоштороусы — Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге булышлығында Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта белем алған республика студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы.
Гран-при-2019 Ырымбур ҡыҙы Зилиә Агишевала.
Ә Өфө ҡыҙы Әҙилә Әлибаева "Мәскәү һылыуҡайы —2019" гүзәллек бәйгеһендә 3 - сө урын яуланы! Ул бәләкәйҙән бал бейеүҙәре менән шөғөлләнә..Юғары уҡыу йортонда уҡырға ла, эшләргә лә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға ла ваҡыт таба.
Уның атаһы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев. Уның тырышлығы, маҡсатҡа ынтылышлы булыуы ҡыҙында сағыла. Ә әсәһе Разия Сибәғәт ҡыҙы аш - һыуға оҫта. Был талант Әҙилә лә бар, әлбиттә. Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән, ти бит халыҡ әйтеме лә.
Читайте нас: