Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2019, 02:00

Шәйехзада Бабич беҙҙең йөрәктәрҙә

28 мартта, шағир Шәйехзада Бабич фажиғәле һәләк булған көндә, республиканың Яҙыусылар союзы уның ижадына арналған флешмоб башланы.

28 мартта, шағир Шәйехзада Бабич фажиғәле һәләк булған көндә, республиканың Яҙыусылар союзы уның ижадына арналған флешмоб башланы.
Акция Өфөлә Рәсәй ислам университеты (Бабич уҡыған элекке «Ғәлиә» мәҙрәсәһе) ҡаршыһында булды.
Флешмобта ҡатнашыусылар Бабичтың шиғырҙарын һөйләргә тейеш. Акция апрелгә тиклем дауам итә һәм Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары ҡатнашлығындағы Шиғриәт кисәһе менән тамамлана.
Социаль селтәрҙәрҙә сара #Бабич #БашҡортостанРеспубликаһы хэштегы менән яҡтыртыла.
Айға үрләп, нурҙа уйнап,
Күкрәгемде нурланым.
— Ит ғәфү әй, ай, тинем мин,
Нурҙарыңды урланым.
— Һис зарар юҡ, ал, тине ай,
Ал да нур сәс халҡыңа!
Мин дә бит төн хаҡына
Алдым ҡояштың нурҙарын.
Читайте нас: