Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Март 2019, 02:00

РФ Йәмәғәт палатаһына яңы ағза һайланды

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле Айгөл Моратова Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы итеп һайланды.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан парламентарийҙары Йәмәғәт палатаһы ултырышында Рәсәй Федерацияһы палатаһына ағзалыҡҡа тауыш биреү үтте. Күпселек тауыш менән Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, ғаилә, балалыҡ һәм киңкүләм мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек итеү комиссияһы рәйесенең урынбаҫары Айгөл Моратова Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы итеп һайланды.
Айгөл Динислам ҡыҙы Моратова Башҡортостан йәмәғәт палатаһының 3-сө саҡырылыш ағзаһы. 2012 йылдан Башҡортостан китапханалары Ассоциацияһы президенты, шулай уҡ 10 йылдан ашыу Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзы идараһы ағзаһы. «Рәсәй Йәмәғәт палатаһы тарихында тәүге тапҡыр төбәктән йәмәғәт ойошмаһы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы һайланды. Федераль кимәлдә республика мәнфәғәтен яҡлау минең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Яҡын арала федераль палата комиссияһында ауыл үҫеше, граждандарҙың эшһеҙлеге, миграция һәм башҡа проблемаларҙы күтәреп сығасаҡмын», - тип билдәләй А.Моратова.
Айгөл Динислам ҡыҙы Моратова 1972 йылдың 26 июлендә тыуған. 1995 йылда Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтын, 2012 йылда Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры булып эшләй.
Читайте нас: