Рух
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2019, 02:00

Өфөлә мәҙәниәт идаралығы етәксеһе тәғәйенләнде

Шамил Абдраҡовтың Өфөнөң мәҙәниәт идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнеүе тураһында мэриялағы оператив кәңәшмәлә хәбәр иттеләр.

Шамил Абдраҡовтың Өфөнөң мәҙәниәт идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнеүе тураһында мэриялағы оператив кәңәшмәлә хәбәр иттеләр.
Шамил Абдраҡов 1980 йылда Мәләүездә тыуған. Салауат музыка училищеһында, һуңынан Өфө дәүләт сәнғәт академияһында белем алған.
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «юриспруденция» йүнәлеше буйынса уҡыған. Хеҙмәт юлын 2004 йылда Мәләүез районы һәм Мәләүез хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге белгесе булып башлай. Йәштәр эштәре буйынса комитет, һуңынан мәҙәниәт бүлеге етәксеһен вазифаһын биләгән. 2012 йылда Салауат музыка колледжы директоры итеп тәғәйенләнгән.
2013 йылдан — Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары. Хәҙер ул Өфөнөң мәҙәниәт идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы яңылыҡтарынан.
Читайте нас: