Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2019, 02:00

Афған һәр саҡ хәтерҙә

Бөгөн, 15 февраль совет ғәскәрҙәрен Афғанистандан сығарыуға 30 йыл. Ошо дата сәбәпле, Талбазыға ауылдарҙан Афған һуғышын үткән ир-егеттәр йыйылды.

Бөгөн, 15 февраль совет ғәскәрҙәрен Афғанистандан сығарыуға 30 йыл. Ошо дата сәбәпле, Талбазыға ауылдарҙан Афған һуғышын үткән ир-егеттәр йыйылды.
1989 йылдың 15 февралендә совет һалдаттарының һуңғы колоннаһы сик аша үтеп, илебеҙгә ҡайтты.
Иң оҙаҡ барған интернациональ һуғышта 15000-ләп совет һалдаты һәләк булған. Был статистикаға хәрби конфликт тамамланғандан һуң госпиталдәрҙә яраларҙан үлгән, шулай уҡ яралар арҡаһында ғүмере ҡыҫҡа булғандар иҫәбе алынмаған.
Был байрам хәтер көнө лә булып тора. Шанлы һуғыш йылдары тарих төпкөлөнә күсә барһа ла, халыҡ хәтерендә ул саҡтағы ваҡиғалар юйылмай. Үҙ һаулығын юғалтҡан, сит тарафтарҙа баш һалған һалдаттарҙы оноторлоҡ түгел, әлбиттә.
Талбазы ауылының үҙәгендә, элек военкомат бинаһы урынлашҡан ерҙә 7 метрлы стела урынлашҡан. Ете торнаның һауаға күтәрелеүен һынландырған һәйкәл локаль һуғыштарҙа һәләк булған ауырғазыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү хөрмәтенә эшләнгән. Ошонан ир-аттарҙы Бөйөк Ватан һуғышына һәм әрмегә оҙатҡандар. Ә һуңыраҡ – Афғанистан менән Чечняға...
Бөгөн районда Афған һуғышында ҡатнашҡан 75 ветеран йәшәй. Күптәр һуғышта сәләмәтлеген юғалтҡан.
Райондан 160-лап егет ошо һуғышта интернациональ бурыстарын намыҫ менән үтәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс егетебеҙ тыуған йорттарына әйлнеп ҡайта алманы, әле донъя ла күреп өлгөрмәгән йәш егеттәр сит ерҙәрҙә һәләк булды.. Бына улар- Покровка ауылынан Журавлев Геннадий Валентинович, Ҡорманайҙан Ғәзиев Илгиз Миңлеәхмәт улы, Әмзәнән Кузьмин Владимир Сергеевич.
Бөгөн яҡташтары уларҙы иҫкә алды. Һәйкәлгә сәскәләр һалғас, район тыуған яҡты өйрәнеү-тарих музейында булды. Һуңынан улар район мәҙәниәт һарайында тантаналы сарала ҡатнаша һәм концерт ҡараясаҡ.
Рәсәй Афғанистан ветерандарының Ауырғазы районы бүлеге юбилейға ҡарата "Афганская война в судьбе земляков" китабын сығарҙы.
Читайте нас: