Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2019, 02:00

1000 велосипед урамдарға сығасаҡ

Өфөлә йыл һайын ойошторолған «1000 велосипедсы көнө» быйыл 26 майҙа уҙасаҡ, тип белдерә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. Был хаҡта ойоштороусылар «ВелоӨфө» хәрәкәтенең рәсми берләшмәһендә хәбәр итте. Ләкин ике тәгәрмәстә йөрөргә яратыусыларҙы сюрприз көтә.

Спорт фестиваленә республиканың тағы биш ҡалаһы ҡушыла.
«Әүҙемселәр Салауат, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама һәм Өфө аша Башҡортостандың велосипедизация символын йөрөтөргә тейеш. Ул эстафета кеүек ҡаланан ҡалаға тапшырыла. 26 майҙа иһә «1000 велосипедсы көнө» фестивалендә ул үҙенең лайыҡлы урынын биләйәсәк!» — тип аңлатты ойоштороусылар.
Бөгөн республикала йәшәүселәргә велосипедсылар тотош Башҡортостан буйлап йөрөтөргә тейешле символды эшләргә тәҡдим итәләр.
«Башҡортостан Республикаһының велосипедсылар союзы" исемле төбәк йәштәр йәмәғәт ойошмаһы рәсем төшөрә белеүселәр араһында конкурс иғлан итә. Уның шарттары менән ойошманың "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәләрендә тулыраҡ белергә була.
Читайте нас: