Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2019, 02:00

Хеҙмәт тармағының киләсәге ҡарала

"Торатау" Конгресс-холында "Хеҙмәт тармағының киләсәге" тигән халыҡ-ара форум асылды. Ул Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының һәм Башҡортостандың 100 йыллығына арнала. Ике көн дауам итәсәк сарала лайыҡлы хеҙмәт тураһында һүҙ барасаҡ.

Форумға республиканан, Рәсәйҙән, төрлө илдәрҙән вәкилдәр килгән. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙ сығышында: "Донъяла барған глобалләшеү күренеше һәр кешегә ҡағыла",- тине.
Бар ерҙә яңыса йәшәүгә яраҡлашыу бара, яңына-яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Был йәһәттән хеҙмәт кешеһенә иғтибар көн үҙәгендә булырға тейеш.
Форумдың көн тәртибе тығыҙ графикта төҙөлгән. Пленар өлөштөң модераторы булып билдәле алып барыусы Сергей Брилев сығыш яһаны.
Форумда хеҙмәт баҙарында булған проблемаларҙы ваҡытында хәл итеп барыу саралары, юлдары эҙләнер, бәлки, табылыр ҙа.
Республика матбуғатынан.
Читайте нас: