Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2019, 02:00

"Аксаков шыршыһы"нда Рушана ла ҡатнашты

Кисә Өфөлә тәүге тапҡыр «Аксаков шыршыһы» уҙҙы, унда "Голос. Перезагрузка" финалсыһы Рушана Вәлиева ла ҡатнашты.

Кисә Өфөлә тәүге тапҡыр «Аксаков шыршыһы» уҙҙы. 294 бала (һаулыҡ мөмкинлеге сикле, ауыр ғаилә хәлендә ҡалған балалар, хәрби хәрәкәт ветерандарының балалары) Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына йыйылды.
Балалар театрҙың Грек залында Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Ҡар королеваһы, йыл символдары менән күңелле мини-спектакль ҡараны. Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов балалар менән бергә шыршы тураһында яңы йыл йырын башҡарҙы.
Әйлән-бәйлән уйнап, Ҡыш бабай менән иҫтәлеккә фотоға төшкәндән һуң балалар өсөн «Голос. Перезагрузка» проекты финалсыһы, Талбазы ҡыҙы Рушана Вәлиева йырланы. Абруйлы ҡунаҡтар — республика етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм билдәле балалар табибы, Милли медицина палатаһы президенты, кисектергеһеҙ балалар хирургияһы һәм травматологияһы ғилми-тикшеренеү институты президенты Леонид Рошаль сәләмләне.
« Йөҙ йыл элекке йоланы тергеҙеү һәм изге күңелле кешеләрҙе — балаларға байрам ойоштороу өсөн аҡса йыйған эшҡыуарҙарҙы табыу — ҙур эш ул. — тине Леонид Рошаль. — Байрамды уҙғарыу өсөн байтаҡ эш башҡарған Каринэ Владимировна кеүек кешеләрҙең булыуы бик һәйбәт. Ҙур «Аксаков шыршыһы» һәм тотош республикала «Аксаков шыршыҡайҙары» булыр тип уйлайым.
«Аксаков шыршыһы»ның ҡатнашыусыларына бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: