Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2018, 02:00

Радий Хәбиров мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында 18 декабрҙә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға беренсе Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны.

«Республикала властың законлы һәм демократик рәүештә алмашыныу традицияһының нығыныуы тураһында әйткем килә. Өлкән быуынға хөрмәт хаҡында, — тине Радий Хәбиров. — Бөгөн был залда беҙҙең менән — Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов. Ауыр, һынылышлы йылдарҙа ул республиканың данын һаҡлап ҡалды һәм арттырҙы. Мин уны бик хөрмәт итәм. Рәхмәт Һеҙгә, Мортаза Ғөбәйҙулла улы! – тине ул. – Шулай уҡ Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа ла рәхмәт белдерәм. Властың асыҡлығы, ҙур мәҙәни форумдар, ШОС һәм БРИКС саммиттары, республиканы донъяға танытыу – быларҙың барыһы ла һеҙҙең ҡаҙаныш».
«Торатау» конгресс-холына йыйылыусылар Башҡортостандың элекке етәкселәрен аяғүрә баҫып алҡышланы.
Радий Хәбиров эшендәге төп өҫтөнлөктө билдәләне — һәр кеше хаҡында хәстәрлек күреү, республикала йәшәүселәрҙең һәр береһенең тормошон яҡшыртыу.
«Ике ай эсендә ул байтаҡ ҡала һәм райондарға барҙы, бөгөн республика халҡының нисек йәшәүен күрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы бер нисә йылда Башҡортостанда ғәмәлдәге идара итеү системаһы һындырылғайны. Әгәр элек шул уҡ Баймаҡта, Хәйбулла йәки Әбйәлил райондарында кешеләр баҫыуҙа һәм фермала тир түкһә, хәҙер эш эҙләп сит төбәктәргә китергә мәжбүр. Республика етәксеһенең бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәһен ыңғай баһалайым», — тине Мортаза Рәхимов.
«Ул ауылда тыуып үҫкән, төрлө вазифаларҙа эшләгән, шул иҫәптән Мәскәүҙә лә, уның тормош тәжрибәһе бай, уға минең кәңәштәрем кәрәкмәй тип иҫәпләйем. Бөгөн Радий Фәрит улы республикала булған бөтә проблемалар тураһында һөйләне, яңы форматта сығыш яһаны. Ул башҡарма власть алдына аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Башҡортостан үҙенең юғалтҡан позицияларын кире ҡайтарырға тейеш. Республикала йәшәүселәрҙең һәммәһенә лә бәхет, именлек, һәйбәт тормош һәм иң мөһиме — һаулыҡ теләйем», — тине Башҡортостандың беренсе президенты.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы
материалдары буйынса.
Читайте нас: