Бөгөн, 14 декабрь, Башҡорт теле көнө билдәләнә. Ул билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнала.
Һеҙҙең барығыҙҙы ла Башҡорт теле көнө менән ихлас тәрбикләйбеҙ һәм телебеҙҙе һаҡларға, өйрәнергә, йәш быуында туған телгә ҡарата хөрмәт тәрбиәләргә саҡырабыҙ!
Халҡыбыҙ быуаттар буйына тыуған төйәгебеҙҙе һаҡлап ҡына ҡалмаған, беҙгә бик ҙур хазина – рухи мираҫ ҡалдырған. “Халыҡ аҡылы – мең алтын”, “Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә” – был иҫбатланған.
Телем барҙа илем бар, илем барҙа иркем бар;
Тел – ҡылыс: тейешһеҙ ерҙә тый, тейешле ерҙә ҡый;
Һөйҙөргән дә тел, көйҙөргән дә тел;
Йөҙҙөң күрке – күҙ, телдең күрке – һүҙ;