Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2018, 02:00

Яҡташыбыҙ, Мораҙым ауылы егете Рушан Ильясов көрәш буйынса Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булды

Афарин!!! Яҡташыбыҙ, Мораҙым ауылы егете Рушан Ильясов көрәш буйынса Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булды!

Милли көрәш буйынса Рәсәй Чемпионаты Татарстандың башҡалаһы Ҡазанда үтте. Илдең 30 төбәгенән 170-тән артыҡ спортсы чемпион исеменә дәғүә итте.
Башҡортостандан төбәк чемпионатанда еңеү яулаған 10 көрәшсе республика данын яҡланы. Улар араһында Ауырғазы районының Мораҙым ауылынан Рушан Ильясов менән Усман ауылынан Рәмил Ғәлимов та бар ине.
Был егеттәр һәр саҡ уңыштары, еңеүҙәре менән шатландырып тора. Был юлы ла һынатманылар. Рушан 65 кг ауырлыҡ категорияһында иң яҡшыларҙан булып, чемпион исемен яуланы. Ул бигерәк тә быйылғы ярыштарҙа үҙен һәр саҡ еңеүсе итеп таныта килде. Батыр әйтеүенсә, был юғары үрҙе яулауға ул ун ике йыл буйы тырышҡан.
Рәмил 70 кг-ға тиклем ауырлыҡ категорияһында икенсе урынға сыҡты.
Читайте нас: