Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2018, 02:00

Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышында йәмәғәт ойошмаһы рәйесе яңынан һайланды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының йәмәғәт ойошмаһы рәйесе вазифаһына Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин һайланды.

Башинформ белдереүенсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының йәмәғәт ойошмаһы рәйесе яңынан һайланды. Әмир Ишемғолов ҡоролтай рәйесе вазифаһынан китеү ҡарарының
2021 йылда Өфөлә 47-се «Апимондия» халыҡ-ара умартасылар конгресын үткәреүгә ныҡлап әҙерләнеү кәрәклеге менән бәйле булыуын белдерҙе.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының етәксеһе итеп Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин
һайланды.
Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин 1970 йылдың 11 нобрендә Башҡортостандың Стәрлебаш районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. Башҡорт йәштәре союзы лидеры булған. 2003 йылға тиклем – Республика халыҡ ижады үҙәге директоры, 2010 йылға тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһын етәкләй.
Артабан Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры вазифаһына тәғәйенләнә.
Читайте нас: