Рух
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ҒАИЛӘ ЙЫЛЫН АСЫУ ТАНТАНАҺЫ ҮТТЕ

Өфөлә үткән был сараға райондарҙан республиканың тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ғаиләләр саҡырылды.  Улар араһында Юламан ауылынан Ивановойҙар ғаиләһе лә булды.

ҒАИЛӘ ЙЫЛЫН АСЫУ ТАНТАНАҺЫ ҮТТЕ
ҒАИЛӘ ЙЫЛЫН АСЫУ ТАНТАНАҺЫ ҮТТЕ

Вера Александровна менән Алексей Яковлевичтар 11 балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергән. Уларҙың һәр береһе һөнәр алып, тормошта үҙ юлын тапҡан, хәҙер инде ғаиләлеләр. Өлкән Ивановойҙар инде 15 ейән-ейәнсәр һәм 2 бүләгә олатай-өләсәй.

Үткән йылдың көҙөндә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин беҙҙең яҡташыбыҙға, оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән Вера Александровнаға «Герой әсә» исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйғайны.

Йылды асыу тантанаһында юғары исемгә диплом менән миҙал тапшырылды.

Өлгөлө ғаиләне ҡотлайбыҙ! Именлек, ныҡлы һаулыҡ, һөйөнөстәргә бай көндәр теләйбеҙ.

ҒАИЛӘ ЙЫЛЫН АСЫУ ТАНТАНАҺЫ ҮТТЕ
ҒАИЛӘ ЙЫЛЫН АСЫУ ТАНТАНАҺЫ ҮТТЕ
ҒАИЛӘ ЙЫЛЫН АСЫУ ТАНТАНАҺЫ ҮТТЕ
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: