Рух
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғаиләләр өсөн! «Пар алма» бәйгеһендә ҡатнашығыҙ!

Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитеты  «Ҙур проект» агентлығы тарафынан ғаилә традицияларына арналған матурлыҡ бәйгеһе иғлан ителә.

Ғаиләләр өсөн! «Пар алма» бәйгеһендә ҡатнашығыҙ!
Ғаиләләр өсөн! «Пар алма» бәйгеһендә ҡатнашығыҙ!

2024 йыл - Рәсәйҙә  «Ғаилә йылы» тип иғлан ителеүе барыбыҙға ла билдәле. Ғаилә тураһында хәстәрлек күреү сәйәсәтен, демография тураһында стратегия раҫланасаҡ. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, ошо йүнәлештә саралар үткәреү һәм башҡа эштәр күҙ уңында буласаҡ.

Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитеты  «Ҙур проект» агентлығы тарафынан ғаилә традицияларына арналған матурлыҡ бәйгеһе иғлан ителә. Ижади һәләттәрегеҙҙе күрһәтеп, ғаиләгеҙ тураһында белдерергә теләһәгеҙ, бәйгелә ҡатнашығыҙ!

«Пар алма» тип аталған был бәйгелә әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар, өләсәйҙәр һәм ейәнсәрҙәр, апайҙар һәм һеңлеләр, ҡәйнәләр һәм килендәр ҡатнаша ала. 10 февральгә тиклем заявкалар ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма аша белергә була https://vk.com/wall-48314908_12315

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: