Гөлназ менән Вилнур Ғәлимовтарҙың ғаиләһендә ике ҡыҙ һәм ике малай үҫә. Өлкәне Иҙел алтынсы класты, Дим – дүртенсене тамамлаған. Малайҙар икеһе лә мәктәптә көрәш секцияһында шөғөлләнә. Район ғына түгел, республика һәм төбәк-ара ярыштарҙа уңышлы сығыш яһайҙар. Дим еңеүҙәре менән тирә-яҡта билдәлелек тә яулаған. Атанан күргән уҡ юнған, тиҙәр бит. Вилнур Илнур улы үҙе лә көрәш ярыштарында йыш ҡатнашып, призлы урындар ала. Гөлназ Ревил ҡыҙы ла әүҙем, волейбол ярыштарында ҡатнаша, төрлө сараларҙан ҡалмай. Ике ҡыҙҙары – дүрт йәшлек Вилена менән ике йәшлек Элина әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Улар ҙа әсәһенең кескәй ярҙамсылары.
Ғәлимовтар күп мал тоталар. Ҡолондары менән бергә15 баш йылҡы малы бар. Һыйырҙар, үгеҙҙәр ҙә тоталар. Руся исемле аттары тураһында алдағы мәҡәләлә яҙып үткәйнек инде. Вилнур ат сабышына бер нисә атын әҙерләй, “Ылаҡ” уйынында ла ҡатнаша, команданың капитаны. Үҙенең техникаһы бар, мал аҙығын үҙ көстәре менән әҙерләйҙәр. Ғаилә башлығы “Урожай” агрокомплексында “Камаз”да водитель булып эшләргә лә өлгөрә. Өйҙә ҡатыны тәмле аштарын әҙерләп көтөп ала. Балалар һәр эштә ярҙамлаша.
Вилнур, ғөмүмән, тәбиғәт балаһы:
- Ауылдан башҡа тора алмайым, бында мин иркен тын алам, ял итәм. Кәйеф булмағанда, йә берәй нәмә килеп сыҡмай торһа, аттар янына барам. Уларға ҡарап, тынысланам, һыбай йөрөп киләм. Унан һуң барыһы ла яйланып китә, - ти ул.
Ғәлимовтар бер-береһен аңлап, бер-береһенә терәк булып донъя көтә. Быйыл үткән “Өршәк буйы уйындары” милли байрамында улар “Батыр башҡорт улдары үҫтереүсе ғаилә – 2023” номинацияһында Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Ғаиләнең өй төҙөп инергә планы бар. Уларға маҡсаттарын тормошҡа ашырырға яҙһын, имен тормош,бәхетле киләсәк теләйбеҙ.