Бөйөк шағирыбыҙ исемен мәңгеләштереү буйынса эштәр дауам итә. Уның тыуған ауылында музей барлығы барығыҙға ла мәғлүм. Талбазы башҡорт гимназияһына исеме бирелеү ҙә оло әһәмиәтле. Күптән түгел Милли әҙәбиәт музейына тапшырылған мәғлүмәттәр, хаттар ҙа Рәшит Назаровты яңы яҡтан асты.
Рәшит Назаров исемендәге гимназия коллективы һәм өлкән синыфтар башланғысы менән гимназия биләмәһен төҙөкләндереү проектында шағирҙың бюстын урынлаштырыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Уның эскизы район хакимиәте һәм инициативалы төркөм, Р.Назаровтың туғаны Зөлфиә Назарова ҡатнашлығында ҡаралды.
Өфө скульпторы Илдус Зәкиров был эшкә тотондо һәм уны тамамлауы тураһында күптән түгел билдәле булды.