Рух
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Июнь 2023, 21:56

«Вяселка» «Аҡбуҙат»та ҡунаҡта

Өфөлә барған Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре Форумында «Аҡбуҙат» балалар журналы сығарған белорус балалары өсөн махсус һандың исем туйы уҙҙы. Шулай уҡ сарала кескәй уҡыусыларҙы Беларусь Республикаһында сыҡҡан «Вяселка» балалар журналы менән дә таныштырҙылар.

«Вяселка» «Аҡбуҙат»та ҡунаҡта
«Вяселка» «Аҡбуҙат»та ҡунаҡта

«Белорус дуҫтарыбыҙ менән дуҫлығыбыҙ бер нисә йыл дауам итә. Үткән йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә сығарған Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырының тәржемәләр йыйынтығында белорус теленә әҫәрҙе шағир Светлана Быкова тәржемә итте. Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумының тап Өфөлә уҙасағын белеп ҡалыу менән беҙ, “Аҡбуҙат” журналы редакцияһы хеҙмәткәрҙәре, “Вясёлка” белорус балалар журналы менән бәйләнешкә сыҡтыҡ, һәм дөйөм проект булдырыу хаҡында һүҙ ҡуйыштыҡ. Бына хәҙер мин ҡулымда “Аҡбуҙат” журналының махсус сығарылышын тотоп торам. Журнал рус телендә сығарылған. Был журнал биттәрендә беҙҙә ҡунаҡта - “Вяселка” белорус балалар журналы. Ә улар, үҙ сиратында, баҫмаларында беҙҙең материалдарҙы сығарҙы, - ти “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина.


Лариса Хашим ҡыҙы шулай уҡ махсус номерҙа Беларусь Республикаһы балаларының шиғырҙары, һүрәттәре, халыҡ әкиәттәре, бишек йырының баҫылыуы хаҡында һөйләне. Әйткәндәй, белорус балаларының шиғырҙарын рус теленә Башҡортостан балалары тәржемә итте. Лариса Абдуллина шулай уҡ «Вяселка» журналының баш мөхәррире Анастасия Радикевичҡа һәм белорус шағиры Светлана Быковаға шәхсән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
«Аҡбуҙат» журналының махсус номеры Иглин районы Балтика ауылында йәшәгән белорус балаларына бүләк ителде.

Автор:
Читайте нас