Рух
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Октябрь 2025, 16:04

Өфө вуз-ара студенттар кампусында Фән айлығы башланды

Был төбәктең алдынғы университеттарын, ғилми үҙәктәрен һәм ижади коллективтарын берләштергән күләмле мәғрифәтселек проекты.

Өфө вуз-ара студенттар кампусында Фән айлығы башланды
Өфө вуз-ара студенттар кампусында Фән айлығы башланды
 
28 октябрҙә кампустың беренсе ҡатында айлыҡты асыу тантанаһы үтте. Программа Башҡорт дәүләт медицина университетының Асыҡ ишектәр көнө һәм тематик лекциялар һәм практик дәрестәр серияһы менән старт алды. Беренсе көндә ҡатнашыусылар Өфө космомәктәбе етәксеһе Алексей Алликастың ««От мечты до первого спутника» лекцияһында булды һәм заманса белем биреү методикаларына арналған уйын практикаһында ҡатнашты.
 
Артабанғы аҙналарҙа кампус ҙур фәнни һәм мәҙәни ваҡиғалар — «Фән 0+» Бөтә Рәсәй фестивале, «Инновацион технологиялар һәм материалдарҙың фундаменталь аспекттары» конференцияһы, «Импульс медиа» медиафорумы, төрки филологияһы ғилми форумы, фәнде популярлаштырыусы билдәле кешеләр, шул иҫәптән Мәскәү федераль технология институты профессоры Александр Райгородский һәм астрофизик Владимир Сурдин менән осрашыуҙар өсөн майҙансыҡ буласаҡ.
 
Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампус директоры Сергей Гладких был 30-ҙан ашыу лаборатория һәм фәнни үҙәкте берләштергән «тере экосистема» тип билдәләне. Программаны әҙерләгәндә ойоштороусылар уҡыусыларҙан алып тикшеренеүселәргә тиклем бөтә ҡатнашыусыларҙың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алырға тырыша. Алдынғы федераль эксперттар ҡатнашлығында бөтәһе 47 сара планлаштырылған. Спикерҙар араһында - фаза кризисы һәм яһалма интеллект тураһында Сергей Переслегин, «Математика матурлығы» сығышы менән Андрей Райгородский һәм ғаләмдә тормош һәм аҡыл эҙләү тураһында Владимир Сурдин һөйләйәсәк.
 
Фән айлығы ноябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Бөтә ваҡиғалар студенттар, уҡыусылар Һәм Башҡортостан халҡы өсөн асыҡ.
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас