Рух
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Сентябрь , 19:47

Стәрлебаш районында «Шаммас уҡыуҙары» үтәсәк

30 сентябрҙән эштәр ҡабул ителә башлай.

Стәрлебаш районында «Шаммас уҡыуҙары» үтәсәк
Стәрлебаш районында «Шаммас уҡыуҙары» үтәсәк

Стәрлебаш районында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммас иҫтәлегенә “Шаммас уҡыуҙары” тигән тәүге төбәк-ара форум уҙғарыла.

Был форум Башҡортостандың халыҡ шағиры, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, яҙыусы, журналист, педагог, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Шаммастың исемен мәңгеләштереүҙе генә маҡсат итеп ҡуймай, шул уҡ ваҡытта туған телде, милли мәҙәниәтте, халыҡтар йолаларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә лә йүнәлтелгән. Белем биреү ойошмаларында уҡыусыларҙың ижади ҡеүәһен асыҡлау, йәш авторҙарға ярҙам итеү, уҡыу мәҙәниәтен популярлаштырыуҙы ла иғтибар үҙәгендә тота. 

 “Шаммас уҡыуҙары” сиктәрендә дүрт конкурс үткәреләсәк: Рауил Шаммас әҫәрҙәренән “Күңел моңо булыр ерем моңо” тигән шиғыр һөйләүселәр конкурсы, яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында “Ғүмереңдән яҡты ҡалһын” тигән ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсы, Стәрлебаш районы тураһында художестволы әҫәрҙәр, мәҡәләләр, тыуған яҡты тикшеренеүҙәре, видеороликтар, фотографиялар, һүрәттәр, йырҙар конкурсы, йәш авторҙар өсөн “Шағир яҙа, аҡ ҡағыҙға ята йөрәгенең һәр тибеше” тигән шиғри конкурс.   

 Форумда ҡатнашыусыларҙың йәш төркөмдәре түбәндәгесә: бәләкәй төркөм -1-4-се кластар, урта төркөм – 5-9-сы кластар, өлкән төркөм – 10-11-се кластар, һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары, юғары белем биреү учреждениелары студенттары, өлкәндәр төркөмө.

 Конкурста ҡатнашыуға башҡорт, татар, рус телдәрендә яҙылған эштәр 30 сентябрҙән алып 31 октябргә тиклем ҡабул ителә. Конкурс һөҙөмтәһе 6 ноябрҙә Стәрлебашта иғлан ителә.

Сығанаҡ: "Башҡортостан” гәзите.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: