Башҡортостан юлдаш телеканалында тура трансляция 27 апрелдә 11.00 сәғәттә планлаштырыла. Акцияның девизы: «Тел — халҡыбыҙҙың рухи байлығы». Быйыл текстарҙың тематикаһы патриотизмға, йәштәргә, ғаилә ҡиммәттәренә һәм традицияларына арналған.
Диктант яҙыу түбәндәге кимәлдәрҙә ҡаралған: башҡорт телен белеүҙең башланғыс кимәле; башҡорт телен иркен белеүселәр; башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында.
Акцияла ҡатнашыусыларҙың эштәре иркен формала ҡағыҙ битендә яҙыла, исем-шәрифтәр, йәшәү урыны теләк буйынса күрһәтелә. Киң йәмәғәтселекте йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен күтәреү, башҡорт телен үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында мәғариф ойошмаларында, юғары уҡыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, коммерция предприятиеларында, йәмәғәт ойошмалары офистарында 27 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙән башлап 29 апрелдә 23.59 сәғәткә тиклем офлайн-майҙансыҡтар ойоштороласаҡ.
Рәсми сайт https://clck.ru/3A2scY адресы буйынса урынлаштырыла.
Диктант һөҙөмтәләре рәсми сайтта үткәрелгәндән һуң 30 көндән дә һуңға ҡалмай баҫыла. Акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҡатнашыу тураһында сертификаттар бирелә: онлайн-форматта ҡатнашыусылар өсөн — электрон, офлайн-майҙансыҡтарҙа — ҡағыҙ форматта.