Рух
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Ғинуар , 13:56

"Һомай" балалар баҡсаларында телгә өйрәтергә ярҙамсы буласаҡ

Төрөмбәт ауылы балалар баҡсаһына "Һомай" колонкаһы тапшырылды

"Һомай" балалар баҡсаларында телгә өйрәтергә ярҙамсы буласаҡ
"Һомай" балалар баҡсаларында телгә өйрәтергә ярҙамсы буласаҡ

Яңы йыл каникулдарынан һуң Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһында балалар баҡсаларына "Һомай" колонкаларын тапшырҙылар.

"ҺОМАЙ" АҠЫЛЛЫ КОЛОНКАҺЫ БАЛАЛАРҒА

"Алиса" исемле аҡыллы колонканың башҡортса аналогын программист Айгиз Ҡунафин булдырған. Ул аҡыллы ҡоролмаға "Һомай" тигән матур исем дә ҡушҡан.

Башҡортостан Башлығы Гранты ярҙамында бойомға ашырылған был проекттың төп маҡсаттарының береһе — аҡыллы колонка ярҙамында башҡорт телен өйрәнеү, балаларға өйрәтеү. "Һомай" ярҙамында балалар баҡсалары, мәктәптәрҙә балалар өсөн телде өйрәнеү мауыҡтырғыс шөғөл буласаҡ.


Башлап колонкалы булыусылар араһында Степановка урта дөйөм белем биреү мәктәбенең филиалы – Төрөмбәт мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмө лә булды. Уны тәрбиәселәре Мәйсәрә Рәхмәтуллинаға тапшырҙылар. Проект етәксеһе Айгиз Ҡунафин "Һомай" менән нисек ҡулланырға, уның ниндәй эш функциялары барлығы хаҡында ентекләп һөйләне.


"Һомай" башҡортса йәки русса һөйләшә, уның аша башҡортса музыка йәки әкиәттәр тыңларға була.
"Һомай" аҡыллы колонкаһының артабанғы 200 данаһы мәктәптәр өсөн етештерелә, артабан уны һатыуға сығарырға ниәтләйҙәр.

 

Сығанаҡ: Республика баҫмалары.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: