Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Ноябрь 2023, 15:59

БЕҘҘЕҢ УҠЫТЫУСЫБЫҘ – ИҢ ЯҠШЫЛАР АРАҺЫНДА!

ТАЛБАЗЫ ЛИЦЕЙЫНЫҢ БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ АЙҺЫЛЫУ ҒҮМӘРОВА ГРАНТҠА ЛАЙЫҠ БУЛДЫ.

БЕҘҘЕҢ УҠЫТЫУСЫБЫҘ – ИҢ ЯҠШЫЛАР АРАҺЫНДА!
БЕҘҘЕҢ УҠЫТЫУСЫБЫҘ – ИҢ ЯҠШЫЛАР АРАҺЫНДА!

«Торатау» Конгресс-холында үткән Халыҡ-ара полилингваль белем биреү буйынса форумда 100 иң яҡшы башҡорт, рус һәм башҡа туған телдәр уҡытыусыларын, полилингваль мәктәп педагогтарын тәбрикләнеләр.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ҡарары менән һөҙөмтәле һөнәри эшмәкәрлектәре һәм төбәктең белем биреү өлкәһенә индергән өлөштәре өсөн конкурста еңеүселәр 50 мең һумлыҡ премияға лайыҡ булды.

Еңеүселәр араһында оҙаҡ йылдар Талбазы лицейында балаларға башҡорт теле серҙәрен өйрәтеүсе тәжрибәле уҡытыусы Айһылыу Ғүмәрова ла бар. Айһылыу Әхәт ҡыҙына ижади уңыштар, яңы үрҙәр яуларға яҙһын!

БЕҘҘЕҢ УҠЫТЫУСЫБЫҘ – ИҢ ЯҠШЫЛАР АРАҺЫНДА!
БЕҘҘЕҢ УҠЫТЫУСЫБЫҘ – ИҢ ЯҠШЫЛАР АРАҺЫНДА!
БЕҘҘЕҢ УҠЫТЫУСЫБЫҘ – ИҢ ЯҠШЫЛАР АРАҺЫНДА!
БЕҘҘЕҢ УҠЫТЫУСЫБЫҘ – ИҢ ЯҠШЫЛАР АРАҺЫНДА!
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: