Рух
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Октябрь 2023, 09:58

РӘШИТ НАЗАРОВ БЮСТЫ БУЛАСАҠ!

РӘШИТ НАЗАРОВ ИСЕМЕНДӘГЕ ТАЛБАЗЫ БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫНА ЭШ СӘФӘРЕ МЕНӘН РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ ДӘҮЛӘТ ДУМАҺЫ ДЕПУТАТЫ ЭЛЬВИРА АЙЫТҠОЛОВА КИЛЕП КИТТЕ.

РӘШИТ НАЗАРОВ БЮСТЫ БУЛАСАҠ!
РӘШИТ НАЗАРОВ БЮСТЫ БУЛАСАҠ!

Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов менән Эльвира Ринат ҡыҙы белем усағында булды. Гимназияға бөйөк яҡташ шағирыбыҙҙың исемен биреүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ла ҙур ярҙам күрһәткәйне.

Ә тиҙҙән гимназия алдына Рәшит Назаровтың бюсты ҡуйыласаҡ. Әйткәндәй, бының өсөн уҡыусылар үҙҙәре тырышлыҡ һалды. Инициативалы бюджетлау проектын яҡлап, улар Рәшит Назаров бюстын әҙерләү һәм урынлаштырыу өсөн грант алды. Гимназияның алдында урын әҙер, шул уҡ ваҡытта бында төҙөкләндереү эштәре лә башҡарыласаҡ.

Ҡунаҡтар Шайморатов класына ла инеп сыҡты.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: