Рух
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Сентябрь 2023, 21:46

ЙОМШАҠ УЙЫНСЫҠТАР БАШҠОРТСА ЙЫРЛАЙ!

Биш йыл элек Өфөлә йәшәүсе Руфиә Ханова беренсегә әсәй була һәм ул бына нимәгә иғтибар итә: магазиндарҙа башҡорт телендә һөйләшкән уйынсыҡтар юҡ. Ҡыҙын тыуған телгә өйрәтеү теләге шул тиклем көслө була. Йәш әсә шундай уйынсыҡтар булдырырға уйлай. Ире Фәнис тә уның идеяһын хуплай.

ЙОМШАҠ УЙЫНСЫҠТАР БАШҠОРТСА ЙЫРЛАЙ!
ЙОМШАҠ УЙЫНСЫҠТАР БАШҠОРТСА ЙЫРЛАЙ!

Бөгөн иһә Башҡортостанда һәм унан ситтә лә балалар Руфиәнең йомшаҡ уйынсыҡтары менән бергә башҡортса йырҙар йырлай, төрлө һөйләмдәр өйрәнә.

– Әҙер уйынсыҡ һатып алам, уларға молния тегәм, былай итһәң, уларҙы йыуып та була, батареяларын алыштырырға ла уңайлы. Кейемдәренә тегеүсе таптым, үҙем милли стилдә кескәй биҙәүестәр эшләйем, шуға ла беҙҙең уйынсыҡтар бик тә ҡупшылар. Ирем телмәр һәм музыка яҙҙырырға ярҙам итә, - тип һөйләй шөғөлө тураһында Руфиә.

«Әйҙә уйнарға» фестивалендә был үҙенсәлекле йомшаҡ уйынсыҡтар менән танышырға була!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: