Йыл һайын уҡыу башланыр ваҡыт еткәндә традицияға әйләнгән август кәңәшмәһе үтә. Үтелгән йылға йомғаҡ яһала, киләсәккә бурыстар билдәләнә.
Райондың барлыҡ белем биреү учреждениеларынан педагогтар район Мәҙәниәт һарайына йыйылды. Матур һәм йөкмәткеле күргәҙмәләр әҙерләнгән. Улар ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Мәктәптәрҙең, балалар баҡсаларының һ.б мәғариф учреждениеларының эшенә йомғаҡ яһалды, уларҙың яңы уҡыу йылына әҙерлеге билдәләнде. Иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән педагогтарҙы тантаналы ҡотланылар.
Яңы уҡыу йылы барыһы өсөн дә уңышлы булһын! Балалар, уҡытыусылар, ата-әсәләр өсөн дә емешле булһын!