Проект Башҡортостан Республикаһы халыҡтары мәҙәниәтен һәм туған телдәрҙе һаҡлау маҡсаты менән үткәрелә. Конкурста мәктәпкәсә йәштәге ойошмалар тәрбиәләнеүселәре, мәктәптәрҙең, өҫтәлмә белем биреү учреждениеларының 1-4 кластар уҡыусылары, фольклор коллективтары, шулай уҡ ғаилә фольклор коллективтары ҡатнаша ала.
Конкурс «Яңғыҙ башҡарыу» (әкиәтте тасуири уҡыу); «Әкиәтте сәхнәләштереү»; «Мультипликация һәм анимация фильмы» (туған телдә халыҡ әкиәттәре) номинациялары буйынса үтә.
Ҡатнашыусылар 10 майға тиклем сығыштары менән видеояҙманы тапшырҙы. Һәр эш Бәйләнештә https://vk.com/public201844941 битендә ҡуйылды.
27 майҙа йомғаҡ яһала. Ул «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе ҡыҫаларында М.Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда ойошторола. Гран-При яулаусылар, еңеүселәр, урын алыусылар, номинанттар Диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 26 - 28 майҙа Өфөлә беренсе тапҡыр «Китап-байрам» йәрминкәһе була. Был сара артабан йыл һайын ойоштороласаҡ.