Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Апрель 2023, 10:11

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТТА ҠАТНАШАЙЫҠ!

2023 йылда диктант 20 апрелдә Милли кейем көнөн билдәләү сиктәрендә үтәсәк. Ә һин ҡатнашаһыңмы?

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТТА ҠАТНАШАЙЫҠ!
БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТТА ҠАТНАШАЙЫҠ!

Башҡорт теле буйынса төбәк диктанты 2015 йылдан үткәрелә. Ул 2019 йылда Халыҡ-ара статусы алды. Был ваҡытта ҡатнашыусылар һаны 69 687 кеше ине,  2020 йылда - 305 600, 2021 йылда - 321 782, 2022 году – 334 523-кә етте.

2020 йылдан  «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» халыҡ-ара белем биреү акцияһы «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтә.

Акцияла республиканың бөтә район һәм ҡалалары, Рәсәй төбәктәре, төрлө илдәрҙән әүҙем ҡатнашалар.

2020 йылда беренсе тапҡыр онлайн форматта ойошторолдо. Ул «БЮТ» телеканалы аша тура эфирҙа барҙы. Был илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле ине. Шулай уҡ ошо йылда диктантты беренсе тапҡыр башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙҙылар.

2023 йылда диктант 20 апрелдә Милли кейем көнөн билдәләү сиктәрендә үтәсәк.


Акция шулай уҡ онлайн- һәм офлайн- форматта була. 20 апрель көнө 11:00 сәғ. (Өфө ваҡыты) тура эфирҙа «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:
сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 12:00-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
сәғәт 12.05-нән сәғәт 12.30-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, [email protected] электрон почтаһына йәки https://t.me/bash_dictant_bot телеграмма-ботҡа 2023 йылдың 23 апреле 23:59 сәғәткә тиклем ебәрергә кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта диктантты 2023 йылдың 23 апрель 23:59 сәғ. тиклем https://bashdictant.ru/ рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә ( https://vk.com/bash_tv , https://vk.com/bash_fond ) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк.

Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

Диктант темалары Башҡортостанда Кесе Ватан өсөн изге ғәмәлдәр йылына, Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылына һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты иғлан иткән Фән һәм мәғариф йылына бағышлана.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: