Органик химия өлкәһендә донъя лидерҙарының береһе академик Анаников үҙенең сығышында эксперименттарҙан «фәнни интуицияны цифрлаштырыуға» күсеү тураһында һүҙ алып барҙы. Ул ИИ-ның ҙур потенциалын билдәләне, әммә алдағы 5-7 йылда тикшеренеүселәрҙе тулыһынса алмаштырыу мөмкин түгеллеген күрһәтте. Уның фекеренсә, тәүгеләрҙән булып махсус «аҡыллы» цифрлы лабораториялар барлыҡҡа киләсәк, улар яңы эш форматтарын асасаҡ.
«Бындай осрашыуҙар интеллектуаль мөхит булдыра, унда яңы идеялар һәм партнерлыҡтар тыуа. Был Ун йыллыҡ фән һәм технологиялар бурыстарына туранан-тура өлөш индерә», - тип билдәләне Башҡортостан Фәнни белем биреү үҙәге идара итеүсе компанияһы директоры Наталия Латипова.
Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Камил Рамазанов билдәләүенсә, ғалимдың килеүе академик фәндең төбәктәрҙең тикшеренеү потенциалы менән интеграцияһын тәрәнәйтеүҙе символлаштыра.
Валентин Ананиковтың эштәре яңы дисциплина-ара йүнәлеш - цифрлы химия нигеҙендә ята. Ғалим донъяла иң күп цитаталар килтерелгән химиктар иҫәбенә инә.