Туғандарығыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ.
Мөмкин тиклем йышыраҡ улар менән бәйләнештә булығыҙ һәм уларҙың торлаҡ торошон – сым үткәргестәрен, электр приборҙарын, фатирҙарында йәки йорттарында тәртип булыуын, мейестең, әгәр булһа, каминдың торошон тикшереп тороғоҙ.
Ашығыс хеҙмәттәрҙең телефон һандарын хәтерҙәренә төшөрөгөҙ.
Уларҙы ҙур хәрефтәр менән баҫтырып, күренгән урынға элеп ҡуйыу яҡшыраҡ.
Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡуйығыҙ.
Көслө сигнализация ярҙамында туғандарығыҙ янғын тураһында ваҡытында белә һәм торлаҡтан сыға аласаҡ. Батареяларҙың зарядын тикшереп тороғоҙ.
Яңғыҙ йәшәгән оло йәштәге кешеләр ҡорамалды бушлай алырға мөмкин. Ошо хаҡта күрһәтелгән һылтанма буйынса уҡығыҙ.
Янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролманы нисек ҡуйырға — ошонда уҡығыҙ.
Төп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен туғандарығыҙҙың иҫенә төшөрөп тороғоҙ.
Яҡындарығыҙҙан янғын ваҡытында үҙеңде нисек тотоу һәм янғын барлыҡҡа килмәһен өсөн нимә эшләргә кәрәклекте һорашығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан