-5 °С
Болотло
Быуа тирә-яғындағы үҫентеләр юлды күреү мөмкинлеген ҡаплап торған, шулай уҡ янғын хәүефе лә булдырған. Ҡыш көндәрендә быуа аша һалынған ике күперҙе таҙартыуға ла ҡамасаулағандар.
Ауылда йәшәүселәр ҙә, ситтә йәшәүселәр ҙә берләшеп өмә үткәрергә булалар. Уңайһыҙлыҡ тыуҙырып тороусы үҫенте-ҡыуаҡтар киҫелеп, тирә-яҡ йыйыштырылғас, ауылдың берҙән-бер һыу ятҡылығының тирәһе таҙа ла, матур ҙа булып ҡалды. Үҙҙәренең эштәре менән барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Таҙалыҡ һәм тәртип үҙебеҙҙән башлана.