Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
17 Октябрь 2023, 10:51

ШАҒИРҘЫҢ ҠӘБЕРЕ ҠАРАУЛЫ

ТӨРӨМБӘТТӘР РӘШИТ НАЗАРОВ ҠӘБЕРЕНЕҢ ТИРӘ-ЯҒЫН ТАҘАРТТЫ

ШАҒИРҘЫҢ ҠӘБЕРЕ ҠАРАУЛЫ
ШАҒИРҘЫҢ ҠӘБЕРЕ ҠАРАУЛЫ

15 октябрҙә талантлы, ҡыҫҡа ғына ижади ғүмере эсендә тәрән мәғәнәле ижад емештәре ҡалдырған Рәшит Сәйетбаттал улының вафатына ун ете йыл булды.

Салауат Юлаев исемендәге республика, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге район премиялары лауреаты Рәшит Назаров Төрөмбәт ауылында 1944 йылдың 1 ноябрендә тыуған. Киләһе йылға уның юбилей йылы, тыуыуына 80 йыл билдәләнәсәк.

Тыуған ауылының зыяратында ерләнгән ул. Мәҙәниәт йорто һәм ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре арҙаҡлы яҡташтарының ҡәберенең тирә-яғын таҙартыу буйынса өмә ойошторҙо.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: