Турысай исемле ат менән башлана яңы эш. Ағаһы уны бәләкәй сағында уҡ үгеҙгә алыштырып ала. Ваҡыт үтеү менән йылҡы малының һаны арта. Миңзәлә Әҙеһәм ҡыҙы бала саҡтан уҡ аттар тоторға хыяллана. Бөгөн уларҙы 20-нән артыҡ бейәһе бар. Шифалы һөттән хужабикә тирә-яҡта тиңен булмаған тәмле ҡымыҙ яһай. Башта бейәләрҙе ҡул менән һауалар, хәҙер инде һауыу аппараты был эште башҡара.
Ҡымыҙ яратыусылар бигерәк тә ыҫланған тәм булғанын яраталар. Бындай эсемлекте етештереү өсөн Миңзәлә Иҫәндәүләтова йәйге аласыҡты ҡулайлаштырып алған. Быуындан быуынға тапшырыла килгән рецепты ул барыһына ла бирмәй, шулай ҙа корреспондентҡа серен һөйләй. Бейә һөтөн имән мискәлә бешергә кәрәк, ә ыҫланған еҫте ерек онтағы бирә. Ҙур ҡаҙанда ерек сөрөгөн яндырып ҡымыҙҙы бер аҙ йылыталар, бына шулай ыҫланған ҡымыҙ килеп сыға.
Хужалыҡта бейәләрҙе көнөнә өс мәртәбә һауалар. 100 литр һөт сыға. Фестивалдә Иҫәндәүләтовтар үҙҙәренең ҡымыҙын “Аҡтау ҡымыҙы” бренды аҫтында тәҡдим итәсәктәр.