Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
2 Август 2023, 12:15

ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘР!

Белеүебеҙсә, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының өлкән класс уҡусылары мәктәптәрҙә инициативалы бюджетлау проекты конкурсында ҡатнашты.

ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘР!
ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘР!

Уларҙың “Гимназия биләмәһен төҙөкләндереү: Рәшит Назаров бюстын урынлаштырыу” исемле проекты еңеүселәр исемлегенә ингән. Ҡотлайбыҙ, изге башланғысығыҙ еңел тормошҡа ашһын!  

Мәктәптәрҙә инициативалы бюджетлау – ул уҡыусыларҙың мөһим проекттарын тормошҡа ашырыу. Мәктәп тормошон яҡшыртыуға бюджет сараларының бер өлөшөн йүнәлтеүгә балалар йәлеп ителә. Улар командала эшләргә, эҙләнеүҙәр үткәреү күнекмәләрен үҫтерергә, үҙ идеяларын башҡалар алдында яҡларға, финанс грамоталылығын күтәрергә һәм бюджет процестарын аңларға өйрәнә. Шул уҡ ваҡытта социаль яуаплылыҡтары ла арта.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: