

Үтәймулла мәктәбе ихатаһында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға обелиск бар. Яңы стела уға яҡын ғына махсус бүленгән ерҙә урынлашҡан.
Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары үҙҙәре үк аҡса йыйып, был эште ойоштора. Һәм һәйкәлде, берҙәм тотоноп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә урынлаштырып та өлгөрәләр.
105 йыллыҡ юбилей көнөндә тантаналы асыу сараһына йыйылдылар. Бында Ҡырмыҫҡалы, Ғафури райондарынан да сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары килгәйне.Тынлыҡ минуты менән Ватанды һаҡлап һәләк булғандарҙы иҫкә алдылар.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Азат Әлимбәков, Нуғаҙаҡ ауыл советы рәйесе Рәфис Баязитов ҡотлау һүҙҙәрендә был эште башлап йөрөүселәргә, төҙөргә ярҙам итеүселәргә оло рәхмәттәрен белдерҙеләр.
Филәрит Булатов, Йәмил Булатов, Хәбир Ильясовтарға Хәрби хәрәкәттәр ветерандары советы рәйесе Рәмил Асулов Рәхмәт хаттары, наградалар тапшырҙы.
Үтәймулла ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары йыр-шиғырҙар бүләк итте.
Дуҫ һәм берҙәм, йәштәргә өлгө булып торған сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарына ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге теләйбеҙ!