Балалар өсөн махсус тарихи-патриотик маршрут төҙөлдө. Ул Өфө һәм Башҡортостан тарихына, билдәле кешеләр менән таныштырыуға арналды. Совет майҙанын һәм легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен күреүҙән башланды.
«Мәктәп туризмы» - федераль программа. Үткән йылда беҙҙең республика тәжрибә майҙансығы булды, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәттек. 2023 йылда федераль бюджеттан күберәк аҡса бүленде - 188,7 миллион һум. Тағы ла 75,5 миллионы үҙебеҙҙең финанслау күләме.
Йыл аҙағына тиклем төбәк буйлап сәйәхәткә 5-9 кластарҙан 38 мең уҡыусы бара аласаҡ.
Республикабыҙ ҙур, ҡыҙыҡлы тарихи һәм архитектура һәйкәлдәре күп, таулы, яланлы, урманлы тәбиғәте бик матур. Бөтә ата-әсәләр балаларын алып йөрөтә алмай, мәҫәлән, Хәйбулла районынан Белоретҡа йәки Балаҡатайҙан Өфөгә.
«Мәктәп туризм»ы ошо мөмкинлекте бирә. Туҡланыу, йәшәү, экскурсия, оҫталыҡ дәрестәре – былар барыһы ла ата-әсәләр өсөн бушлай.
Балаларыбыҙға Башҡортостанды күреү, нығыраҡ белеү өсөн яҡшы проект.