Рух
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
17 Апрель 2023, 10:36

Бөгөн, 17 апрелдә йыл һайын үткәрелгән «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы башлана

Төпкөл ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙең дә тикшереү үтеп, тар йүнәлешле белгестәрҙән ярҙам алыу мөмкинлеге булһын өсөн күсмә медицина комплекстары Башҡортостан буйлап юлға сығасаҡ.

Тикшереү бушлай уҙғарыла. Белгестәргә алдан яҙылырға кәрәкмәй. Табиптар сират буйынса ҡабул итәсәк. Иң мөһиме, үҙегеҙ менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алығыҙ.

Беҙҙең карточкаларҙа - апрель айына сәләмәтлек поездары графигы.

Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең социаль селтәр сәхифәһендә урынлаштырылған эфир яҙмаһында 2023 йылда «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирелә.

Файҙалы мәғлүмәтте яҡындарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ.

Сәләмәт булығыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: