

Бөгөн Башҡортостандан мобилизацияланған һәм үҙ теләге менән хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ярҙамға сираттағы гуманитар ылау оҙатылды. Улар араһында беҙҙең район ярҙамы ла тос ҡына.
Райондан ете берәмек техника, газ һәм электр йыһаздары, бензин бысҡылары, рация, медикаменттар, аҙыҡ-түлек һәм тағы ла күп кәрәк-яраҡ йыйып оҙатылды.
Ҡатын-ҡыҙҙар үргән маскировкалау селтәрҙәре яугирҙарға ҙур ярҙам буласаҡ.
Был турала район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов белдерҙе. Ул үҙе лә инде дүртенсегә гуманитар ярҙам ылауы менән яҡташтарыбыҙ янына бара. Арыҫлан Нәзир улы посылкаларҙы тейешле подразделениеға тапшырып, һалдаттар менән шәхсән осрашып һөйләшәсәк, фронттағы хәлдәрҙе күреп ҡайтасаҡ.